21 февраль – Халыҡ - ара туған телдәр көнө.
Б. М. Мәмбәтҡолов исемендәге Сибай педагогия колледжында ла туған телде үҫтереүгә, һаҡлауға, яҡлауға ҙур иғтибар бирелә.
Бөгөн I курс студенттары өсөн "Алтын тирмә" исемле интеллектуаль уйын ойошторолдо. "Етегән" һәм "Ете ҡыҙ" командалары көс һынашты. Башҡортостандың мәҙәниәтенә, тарихына, әҙәбиәтенә, тел байлығына ҡағылышлы һорауҙарға йәштәр йөкмәткеле яуаптар бирҙе. Уларҙың яуаптарын мәртәбәле ҡунаҡтар - Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы ағзалары баһаланы.
Сара студенттар өсөн фәһемле булды, ҡунаҡтар артабан да йәштәрҙең рухлы, илһөйәр, телһөйәр булыуҙарын теләне.
#МойРоднойязык2024
#МинеңТуғантелем2024
#ZаНаших
#VместеМыСила
#профессионалитет
#ты_в_хорошей_компании




