Коллегабыҙ Миңзәлә Мырҙағәли ҡыҙы ейәнсәрҙәренә башҡортса шиғыр, йырҙар өйрәтә, улар менән башҡортса аралаша.
Хатта Себерҙә Нефтеюганск ҡалаһының рус мәктәбендә 1- се класта уҡып йөрөгән ейәнсәре Аэлита ла башҡортса шиғыр һөйләп конкурста ҡатнаша.
Башҡорт теле көнөнә арналған «Ғаиләбеҙҙә башҡортса һөйләшәбеҙ» флешмобына шәп, рухлы өләсәй ейәнсәрҙәре менән ҡушыла. Афариндар!
#Ғаиләләбашҡортсауҡыйбыҙ24, #Всемьечитаемнабашкирском24, #Ғаиләйылы24, #Годсемьи24, #башҡорттелекөнө2024, #деньбашкирскогоязыка2024

