Быйылғы уҡыу йылында ла Б. М. Мәмбәтҡолов исемендәге Сибай педагогия колледжы студенттары һөнәри белем биреү ойошмалары араһында үткәрелгән башҡорт теле буйынса Республика олимпиадаһында уңышлы сығыш яһаны.
Башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүселәр араһында икенсе курс студенты Ғәйетбаева Гөлдәр ике этапта ла уңышлы сығыш яһап, 2 -се урынға лайыҡ булды. Тест һорауҙарына яуап биреү буйынса иң юғары балл йыйҙы.
Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнгән студенттар араһында беренсе курс студенты Некрасова Елена призлы урын яуланы.
Еңеүсе һәм призерҙарға Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының дипломы һәм аҡсалата приз тапшырылды.
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ, артабан да уңыштар теләйбеҙ!


72
