Башҡорт теле көнө

✒️14 декабрь - Башҡорт теле көнө билдәләнә!

 Хөрмәтле коллегалар, студенттар, иң матур, иң яғымлы телдәрҙең береһе булған туған телебеҙ көнө менән ҡотлайбыҙ!
📑Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы, 14 декабрҙә республикала Башҡорт теле көнө билдәләнә. Был дата осраҡлы ғына һайланмаған. Тап ошо көндә күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла тыуған.