Башҡорт теле көнө

🖊️14 декабрь - Башҡорт теле көнө!
💫Туған телебеҙ - ата-бабаларыбыҙҙың иң ғәзиз бүләге. Ул халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, фәһемле тарихын, йолаларын бергә туплап, беҙҙең көндәргә тиклем алып килгән.
💫Хөрмәтле уҡытыусылар, студенттар, дуҫтар! Башҡорт теле көнө менән һеҙҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
💫 Б.М. Мәмбәтҡолов исемендәге Сибай педагогия колледжында Башҡорт теле көнө юғары кимәлдә үтте.
💫Туған телебеҙҙе яратайыҡ һәм һаҡлайыҡ! Телебеҙҙең киләсәге һәм яҙмышы беҙҙең ҡулда!