Быйылғы йылда республикала күренекле яҙыусы Яныбай Хамматовтың 100 йыллығы юғары кимәлдә билдәләнә. Б.М. Мәмбәтҡолов исемендәге Сибай педагогия колледжы ла был саранан ситтә ҡалманы.
Студенттар өсөн "Буласаҡ уҡытыусыларҙа Яныбай Хамматов әҫәрҙәре аша патриотик рух тәрбиәләү" исемле ғилми – ғәмәли конференция үткәрелде.Конференцияла ҡатнашыусылар Яныбай Хамматовтың тормош юлына, ижадына байҡау яһаны, яҙыусының киләсәк быуында патриотик рух тәрбиәләгән әҫәрҙәрен өйрәнде.
Жюри ағзалары урындарҙы түбәндәгесә билдәләне:
1 урын - Мостафина Ильвина, Рахманғолова Мәҙинә, 1ПНК(и)-24.
2 урын - Ниязғолов Нуриман, Нарынбаев Ильяс, 1ФК-24Йосопова Нурания, 1ФК-24
3 урын - Исаева Влада, 1ПНК(х)-24Дәүләтшина Диана, 1ПНК(и)-24
Еңеүселәрҙе сит телдәр уҡытыусыһы В.Х. Ғөмәрова әҙерләне. Уларҙың сығышы ҡуйылған талаптарға тулыһынса яуап бирҙе, проект эштәре юғары баһаланды.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Г.М. Шакирова һәм
Г.Т. Йәрмөхәмәтова әҙерләгән студенттар 2-се һәм 3-сө урындарҙы яуланы.
Студенттар өсөн үткәрелгән конференция бик йөкмәткеле һәм фәһемле булды. Яныбай Хамматовтың ижады тыуған илгә, тыуған ергә һөйөү һәм ғорурлыҡ тәрбиәләү сығанағы икәне иҫбат ителде.





